Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Ноябрь 2022, 12:21

Юғалғандар табылған

Кисә төндә ҡотҡарыусыларға районда өс өлкән кеше һәм ете йәшлек бала юғалыуы тураһында хәбәр килә...

Юғалғандар табылған
Юғалғандар табылған

Мәғлүмәт алынғас та, республика буйынса Эске эштәр министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре, йәмғеһе 16 кеше, юғалғандарҙы эҙләргә сыға. Эҙләү эшенә туғыҙ транспорт берәмеге, шул иҫәптән вертолет та йәлеп ителә.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов белдереүенсә, юғалған кешеләр иҫән-һау табылған. 

“Һыуыҡтар төштө. Ял итергә, балыҡҡа, урманға барғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмағыҙ. Телефонығыҙҙың зарядкаһын, элемтә барлығын-юҡлығын иҫәптә тотоғоҙ, ҡайҙа йүнәлгәнегеҙ тураһында яҡындарығыҙға алдан хәбәр итегеҙ”, - тип белдерә Ирек Сәғитов.

 

Андрей Иванюта сәхифәһенән. 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: