Дөйөм мәҡәләләр
28 Ноября 2022, 05:24

Һыуыҡ аҙна көтә

Башҡортостанда был аҙнала -26 градусҡаса һыуытыуы, бер аҙ ҡар яуыуы һәм юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Был хаҡта республиканың Гидрометүҙәге хәбәр итә.

Һыуыҡ аҙна көтәҺыуыҡ аҙна көтә
Һыуыҡ аҙна көтә

Дүшәмбе, 28 ноябрҙә, көндөҙ һауа температураһы -11, -16 градус була, ә төндә -13, -18-гә тиклем түбәнәйә (аяҙытҡанда - 21, -26 градусҡа тиклем).

Шишәмбе һәм шаршамбы әллә ни яуым-төшөм фаразланмай. Урыны менән ҡар яуыуы ихтимал. Ел төньяҡтан һәм төньяҡ-көнсығыштан талғын. Көндәр аяҙытыу менән республикала -25, -26 градус һыуыҡ булыуы көтөлә.

Фото: Наил Шакиров. 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас