Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Ноябрь 2022, 16:24

«Лада»лар бәрелешкән: пассажир һәләк булған

Башҡортостан буйынса ЮХХДИ хәбәр итеүенсә, бөгөн иртәнге сәғәт 9 тирәһендә Стәрлетамаҡ - Белорет - Магнитогорск автомобиль юлының 261-се саҡрымында авария булған.

«Лада»лар бәрелешкән: пассажир һәләк булған
«Лада»лар бәрелешкән: пассажир һәләк булған

Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, «Лада Гранта» менән «Лада Ларгус» бәрелешкән.  «Гранта» менән Силәбе өлкәһендә йәшәгән 30 йәшлек водитель идара иткән. «Лада Ларгус» рулендә Белореттан 49 йәшлек ир булған.

Юл фажиғәһендә «Гранта» пассажиры табиптар килеп еткәнсе йән биргән. «Ларгус» водителенә һәм уның пассажирына ла медицина ярҙамы талап ителгән.

Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана, тип билдәләнеләр ведомствола.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: