Ғәҙәттән тыш хәл тураһындағы мәғлүмәт 23 сәғәт 49 минутта теркәлгән. “Ҡыҙыл әтәс” 00.22 минутта “ауыҙлыҡланған” һәм тулыһынса һүндерелгән. Уттан 20 квадрат майҙандағы түбәһе зыян күргән. Ярай әле, йәрәхәтләнеүселәр һәм һәләк булғандар юҡ.
Тәфтишселәр йортта 10 кешелек, шул иҫәптән һигеҙ балаһы булған ғаиләнең йәшәүен асыҡлаған. Балаларҙың торлаҡһыҙ ҡалыу, зыян күреү ихтималлығы бар ине.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, янғындан иҫкәртеү ҡорамалы ғаиләне оло бәләнән һаҡлап ҡалған. Ә ул был йортта 2019 йылда “Күп балалы ғаилә” программаһы буйынса ҡуйылған. Шулай итеп, ул үҙенең функцияһын үтәгән һәм йорт йәшәүгә яраҡлы. Ә янғын сығыу сәбәптәрен тәфтишселәр асыҡлай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “ҡыҙыл әтәс” тә йоҡлап ятмай. Ярай әле, үрҙә әйтелгән йортҡа янғындан иҫкәрткес ҡорамал ҡуйылған, юғиһә ниндәй аяныслы хәл теркәлерен күҙ алдына килтереүе ауыр.
Шуға ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөп булмаясаяғын аңлайыҡ һәм һәр беребеҙ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәйек.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.