Дөйөм мәҡәләләр
14 Декабрь 2022, 12:39

«Сусҡа киҙеүе» килә

Рәсәйҙә йәшәүселәр грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән йышыраҡ ауырый башлаған. 

«Сусҡа киҙеүе» килә«Сусҡа киҙеүе» килә
«Сусҡа киҙеүе» килә

Роспотребнадзор мәғлүмәттәренә ярашлы, был аҙнала сир күрһәткесе 35,4% артҡан, ә 37 субъектта ул ил кимәленән артып киткән.

Иң ныҡ таралған штамм - А (H1N1)-2009 йәки «сусҡа киҙеүе», ул Рәсәйҙең 82 субъектында теркәлгән. Табиптар A(H3N2) һәм B вирусының да баш ҡалҡытыуын билдәләй.

Ведомствола билдәләүҙәренсә, илдә прививка кампанияһы барышында 74 миллиондан ашыу кеше вакцина яһатҡан — халыҡтың 52%. Башҡортостанда иһә 49,9% тәшкил иткән.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас