+1 °С
Болотло
Юл транспорты ваҡиғаһы киске сәғәт 5-тәр тирәһендә, Өфө–Инйәр–Белорет автомобиль юлының 170-се саҡрымында булған.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “Тойота Рав 4” һәм “Mерседес Aктрос” йөк автомобиле бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә еңел автомобилдәге 47 йәшлек водитель һәм уның 43 йәшлек ҡатыны һәләк булған.
Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй, фажиғә сәбәптәре асыҡлана.