Дөйөм мәҡәләләр
10 Января 2023, 08:19

Һауа торошо 83 йыл элекке рекордты уҙып китте

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәренә ярашлы, 10 ғинуарҙа төндә Өфө-Дим метеостанцияһында был аҙнала йәнә һауа температураһының абсолют минимумы теркәлгән.

Һауа торошо 83 йыл элекке рекордты уҙып киттеҺауа торошо 83 йыл элекке рекордты уҙып китте
Һауа торошо 83 йыл элекке рекордты уҙып китте

 Термометр бағанаһы -39 градусҡаса төшкән. Бынан алдағы температура рекорды 83 йыл элек, 1940 йылда күҙәтелгән һәм -38,4 градус тәшкил иткән.

Ҡала үҙәгендә, Өфөнөң 3-сө гидрометеорология үҙәге посында уҙған төндә һауа температураһы -34,3 градусҡа тиклем түбәнәйгән.

Иң түбән һауа температураһы -39,7 Архангел (Архангел районы) һәм Кананикольский (Йылайыр районы) метеостанцияларында теркәлгән.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас