Дөйөм мәҡәләләр
26 Января 2023, 07:28

Тәүлек эсендә 75 кеше коронавирус йоҡторған

Башҡортостанда бер тәүлектә 75 кешелә коронавирус инфекцияһы асыҡланған.

Тәүлек эсендә 75 кеше коронавирус йоҡторғанТәүлек эсендә 75 кеше коронавирус йоҡторған
Тәүлек эсендә 75 кеше коронавирус йоҡторған

Был турала республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында белдерҙеләр. Аҙна башынан тәүлегенә 70-тән аҙыраҡ сир осрағы теркәлгән, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» агентлығы.

Ведомство мәғлүмәтенә ярашлы, әлеге ваҡытта 151 пациент, шул иҫәптән 106 оло йәштәге кеше стационарҙа дауалана. Туғыҙ пациент ауыр хәлдә, берәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.  1 180 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана, уларҙың 354-е — 60 йәштән өлкән.

Тәүлек эсендә 31 кеше дауахананан сығарылған. Коронавирустан вафат булыу осраҡтары теркәлмәгән.  

Фото: progorod33.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас