Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Февраль 2023, 18:34

Алдағы өс көндә -25 градусҡаса һыуыта

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 1 февралдә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. 

Алдағы өс көндә -25 градусҡаса һыуыта
Алдағы өс көндә -25 градусҡаса һыуыта

Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы -3, -8, көньяҡта -13 градусҡа тиклем.

Кесаҙна, 2 февралдә, башлыса яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Төндә -13, -18, аяҙытҡанда -20, -25, көндөҙ -5, -10, урыны менән -15 градус булыуы көтөлә.

Йома, 3 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -11, -16, аяҙытҡанда -18, -23, көндөҙ -3, -8, урыны менән -13 градус.

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас