Дөйөм мәҡәләләр
8 Февраля 2023, 12:38

Боҙлауыҡ һәм ҡар яуғанда күреү мөмкинлеге кәмей

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һауа торошоноң боҙолоуы тураһында иҫкәртә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Боҙлауыҡ һәм ҡар яуғанда күреү мөмкинлеге кәмейБоҙлауыҡ һәм ҡар яуғанда күреү мөмкинлеге кәмей
Боҙлауыҡ һәм ҡар яуғанда күреү мөмкинлеге кәмей

Алдағы тәүлектә боҙлауыҡ, автомобиль юлдарының айырым урындарында тайғаҡ булыуы көтөлә. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 9 февралдә көн аяҙлы-болотло була. Бер аҙ ҡар яуыуы мөмкин. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен төньяҡ-көнбайышҡа үҙгәртеүсән, секундына 8-13 метр.

Һауа температураһы төндә -12, -17, аяҙытҡанда -20, -25, көндөҙ -4, -9 градус. Юлдарҙың айырым участкаларында ҡар, боҙлауыҡ, ҡар яуғанда 1-2 саҡрымдан күреү мөмкинлеге кәмей.

Автор:Эльвира Хамзина