Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Февраль 2023, 14:53

Мутлашыусылар йоҡламай!

Осраҡ Белорет ҡалаһында теркәлгән. Полицияға аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан 30 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. 

Мутлашыусылар йоҡламай!
Мутлашыусылар йоҡламай!

Уға туристик турҙар буйынса менеджер шылтыратып, осһоҙ хаҡҡа юллама һатып алырға тәҡдим иткән. Ул ҡыҙыҡтырғыс тәҡдимгә ризалашып, «турагент» иҫәбенә 120 мең һум күсергән. Ә белгес юллама ла, килешеү ҙә ебәрмәгән.

«Таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ. Банк хеҙмәткәремен тип шылтыратһалар, трубканы һалығыҙ. Шуны онотмағыҙ: мутлашыусылар ялған номерҙар ҡулланырға мөмкин. Социаль селтәрҙә аралашҡанда һаҡ булығыҙ. Таныштарығыҙҙан шикле хәбәрҙәр алһағыҙ, уларҙың шәхси номерына шылтыратып белешегеҙ. Шикле һылтанмаларҙы асмағыҙ, тикшерелмәгән сайттарға инмәгеҙ», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Фото: news.myseldon.com

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: