Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Февраль 2023, 15:42

Орлоҡтарҙы нисек сыныҡтырырға?

Орлоҡтарҙы һыуытҡыста, ҡышын тышта, ҡар аҫтында сыныҡтыра алаһығыҙ.

Орлоҡтарҙы нисек сыныҡтырырға?
Орлоҡтарҙы нисек сыныҡтырырға?

√ Иң еңеле — көҙҙән үк сәсеп ҡалдырыу. Билдәле, бының өсөн ике тапҡыр күберәк орлоҡ кәрәк, сөнки барыһы ла сыҡмаясаҡ, уның ҡарауы табиғи рәүештә сынығып, ныҡ буласаҡтар.

√ Һыуытҡыста сыныктырыу. Ҡапҡаслы пластик һауыт алырға. Орлоҡтарҙы дымлы грунтҡа (гидрогель, кокос субстракты һ.б.) сәсеп, һыуытҡыстың аҫҡы кәштәһенә ҡуйырға.

√ Ҡарҙа сыныҡтырыу. Ҡапҡаслы пластик һауыт алырға, бының өсөн пенопласт һауыттар уңайлы. Унда дренаж тишектәре яһарға. Орлоҡтарҙы дымлы грунт менән аралаштырып, ҡарға күмергә. Урынын билдәләп ҡуйырға. Яҙға табан һауытты ҡарҙан ҡаҙып алырға кәрәк, орлоҡтарҙың әкренләп шыта башлауын күрерһегеҙ.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: