Дөйөм мәҡәләләр
13 Марта 2023, 11:54

Һауа торошо боҙола

Алдағы тәүлектә Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуы фаразлана.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һауа торошо боҙолаҺауа торошо боҙола
Һауа торошо боҙола

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, урыны менән елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе, төндә ҡайһы бер райондарҙа ямғыр һәм епшек ҡар, боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы көтөлә.

Юлдарҙа көрт, боҙлауыҡ фаразлана. Һауа температураһы төндә 0, -5, көндөҙ -3, +2 градус.

Автор:Эльвира Хамзина