-1 °С
Болотло
Белореттың Степная урамындағы янғын тураһындағы хәбәр ҡоткарыусыларға үткән төндә килә. Ваҡиға урынына килгән янғын һүндереүселәр ағас йорт яныуын күрә.
"Янғын һүндерелде. Ҡызғаныска ҡаршы, 1981 йылғы ҡатын һәм 1984 йылғы ир кәүҙәләре табылды", - тиҙәр ведомствола. Янғын сәбәптәре асыҡлана.
Сығанаҡ: "Башинформ"