Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Март 2023, 17:17

Ҡыҙылсаға ҡаршы ҡасан һәм кемгә прививка яһатырға кәрәк

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығында, республикала балалар араһында ҡыҙылса йоҡтороу осраҡтарына бәйле, вакцинация тураһында иҫкә төшөрҙөләр, шулай уҡ ошо ныҡ йоғошло инфекцияға ҡаршы ҡасан һәм кемгә прививка яһатырға кәрәклеген аңлаттылар.

Ҡыҙылсаға ҡаршы ҡасан һәм кемгә прививка яһатырға кәрәк
Ҡыҙылсаға ҡаршы ҡасан һәм кемгә прививка яһатырға кәрәк

«Балаға бер йәш тулғансы мотлаҡ ҡыҙылсанан прививка эшләргә кәрәк, — тип билдәләнеләр ведомствола. — Алты йәштә вакцинаны ҡабаттан яһайҙар».

36 йәшкә тиклем бөтәһенә лә вакцина һалдырырға кәңәш ителә. 36 йәштән һуң — эш буйынса күптәр менән аралашырға тура килгән осраҡта. Тәү сиратта медицина, шулай уҡ транспорт, балалар баҡсалары һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре хаҡында һүҙ бара.

Кемдәр 55 йәштән өлкән, уларға иһә вакцинация сирлеләр менән бәйләнештә булғанда ғына талап ителә.

«Үҙегеҙҙең һәм балаларығыҙҙың прививкаһы бармы-юҡмы икәнен тикшерегеҙ. Әгәр ваҡыт етһә йәки мәғлүмәттәр юҡ икән, йәшәгән урынығыҙ буйынса поликлиникаға мөрәжәғәт итегеҙ һәм бушлай вакцина эшләтегеҙ»,  — тип белдерҙеләр Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығында.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-15/kogda-i-komu-nuzhno-delat-privivku-ot-kori-rospotrebnadzor-po-bashkirii-3177734

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: