Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Март 2023, 12:41

Петуния ҡар һыуы ярата

Ҡайһы бер баҡсасылар петуния орлоҡтарын февралдә үк сәсеп ҡуя. Әгәр һеҙҙең өйҙә үҫентеләргә өҫтәмә яҡтыртыу саралары булмаһа, эште мартта башҡарыу яҡшыраҡ булыр. 

Петуния ҡар һыуы ярата
Петуния ҡар һыуы ярата

Петуния орлоҡторы яҡтыла ғына шытып сыға. Шуға ла уларҙы тупраҡ менән күммәйҙәр. Бары тик стакан өҫтөн үтә күренмәле полиэтилен менән ҡаплап ҡуйырға кәрәк. Йылы урында орлоҡ дүрт-биш көндә шытып сыға. Көнөнә бер-ике тапкыр асып елләтеп, йыйылған һыу тамсыларын һөртөп торорға, тупраҡты киптермәҫкә, һиптергестән саҡ ҡына һыу һиптереп торорға кәрәк. 

Үҫентеләр өсөнсө япраҡ сығармайынса өҫтөнә япҡан полиэтиленды алмағыҙ, бары тик энә менән бер нисә урындан тишкеләп сығығыҙ. Нескә булып үҫеп киткән осраҡта, үҫентене япраҡтарына тиклем тупраҡ, ҡом менән күмергә кәрәк. Нығынып киткәс, өҫтөн йышыраҡ асырға һәм түбән температураға тәҙрә төбөнә ҡуйырға була. Былай иткәндә, үҫентене күсереп ултыртмайынса, төбөнә тупраҡ өҫтәп тороп та үҫтерергә мөмкин. 

Күсереп ултыртҡан осраҡта, үҫентеләрҙе ике көнгә һалҡын ҡараңғы урынға ҡуйып тороғоҙ. Улар ауырымаһын өсөн алһыу төҫтәге марганцовкалы һыу һибергә кәрәк. Иң яҡшыһы — ҡар һыуы. Ул үҫентеләрҙе нығыта, туҡландыра. Көндәр йылытҡас, тәҙрәне асып, һалҡынса һауала сыныҡтырырға йә иһә теплицаға сығарып ҡуйырға ла була.

Бер аҙ ғына көс түгеп, күңел биреп эшләгәндә, бик матур петунияларҙы үҙегеҙ ҙә үҫтерә алаҙығыҙ.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: