+1 °С
Болотло
Йома, 17 мартта, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы төндә 0, -5 градус. Урыны менән -10 градус. Көндөҙ +4, +9 градус.
Шәмбе, 18 мартта, Башҡортостанда урыны менән бер аҙ епшек ҡар, ҡар яуыуы фаразлана. Ел көньяҡтан, йүнәлешен төньяҡҡа үҙгәртеп талғын, урыны менән киҫкен. Һауа температураһы төндә 0, -5 градус, көндөҙ иһә 0, +5.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, ҡарҙың тиҙ иреүе сәбәпле Башҡортостан йылғаларында һыу кимәленең тәүлегенә 25 сантиметрға етеүе мөмкин.