Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Март 2023, 12:35

Теплица өсөн помидорҙың ниндәй сорттарын һайларға?

Тәжрибәле баксасылар теплицала помидорҙың индетерминант типтағыһын үҫтерәләр. Помидорҙары эре, итле һәм тәмле була. 

Теплица өсөн помидорҙың ниндәй сорттарын һайларға?
Теплица өсөн помидорҙың ниндәй сорттарын һайларға?

Айырыуса йәйге салаттар, бутербродтар өсөн яҡшы улар. Индетерминант типтағы помидорҙар 2 метрға тиклем үҫә, уның артыҡ һабактарын киҫеп, 1-2 һабағын ғына ҡалдыралар.

Әлбиттә, һәр баксасының яраткан сорттары була. Яңы ғына баксасылыҡ менән шөғөлләнә башлыусылар теплицала “Розовая мечта”, “Орлиное сердце”, “Батяня”, “Бакинский великан”, “Розовый гигант”, “Сахарный гигант”, “Гигант лимонный”, “Желтый гигант”, “Уральский гигант” кеүек сорттарҙы үҫтерә ала. Был сорттарҙың помидорҙары эре, итле була һәм уңышты ла күп бирә.

Ваҡ помидор яратыусыларға “Клубничка”, “ Финик сибирский”, “Синяя гроздь”, “Черная гроздь”, “Детская радость” сорттарын ултыртырға мөмкин. Улар ашарға ла тәмле, табындағы ризыҡтарҙы биҙәү өсөн матур.

Фото: flora-world.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: