Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Март 2023, 15:24

Ҡыяр орлоғо алдығыҙмы әле?

Бөгөн кибет кәштәләрендә ниндәй генә йәшелсә-емеш орлоҡтары юҡ. Ҡайһыныһын алырға ла белмәйһең Хаҡтары ла төрлөсә. Ҡиммәтле орлоҡ алып та, уңышһыҙ ҡалған йылдар була.

Ҡыяр орлоғо алдығыҙмы әле?
Ҡыяр орлоғо алдығыҙмы әле?

Тәжрибәле баҡсасылар үҙҙәре орлоҡ ҡалдыра. Был осраҡта 2-3 йыл һаҡланған ҡыяр орлоғона өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Бер йыллыҡ ҡыяр орлоғонан, ғәҙәттә, буш сәскәләр генә йыйып алырға була.


Һеҙгә иң уңышлы сорттарын тәҡдим итәбеҙ.

“Зозуля F1”. 1 квадрат метрҙан 20 килограммға тиклем уңыш алып була. Кыяры 300 грамм тирәһе, оҙонлоғо 22-24 сантиметр.


“Мурaшкa F1”. Иртә уңыш биреүсе гибрид. Теплицала 1 квадрат метрҙа 12 килограммға тиклем уңыш бирә. Кыярҙары 12 сантиметр тирәһе.


“Сибирскaя гирляндa F1”. Бер төптән 15-тән 30 килограммга тиклем уңыш алырға була. Кыярҙары артыҡ ҙур түгел.


“Емеля F1”. 16 килограммға тиклем уңыш бирә. Теплицала, пaрникта, балконда айырыуса яҡшы үҫә.


“Мaтрицa F1”. Иртә уңыш биреүсе сорт, ултыртҡандан һуң, бер айҙан тәүге уңышты ауыҙ итергә мөмкин. Был сорт теплица өсөн.


Баҡсасылар тағы ла  “Маша”, “Герман”, “Московский деликатес”, “Маринда F1”, “Кураж”, “Эколь F1” сорттарын яратып үҫтерә.

Ә һеҙ баҡсағыҙҙа ҡыярҙың ниндәй сорттарын үҫтерәһегеҙ, дуҫтар?

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: