+1 °С
Ҡар
Башгидромет мәғлүмәте буйынса, кесаҙна, 23 мартта, төндә Башҡортостанда урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, киҫкен. Һауа температураһы төндә 0, -5 градус. Көндөҙ иһә +4, +9 градус.
Йома, 24 мартта, төндә яуым-төшөмһөҙ. Көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, киҫкен. Һауа температураһы төндә -3, +2 градус. Көндөҙ һауа +5, +10 градусҡаса йылына.