Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Март 2023, 13:09

Алты үҫмер юл фажиғәһенә осраған

Бөгөн төнгө сәғәт 1-ҙә  Тирләндә “ВАЗ 2110” һәм “УАЗ” автомобилдәре ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәһе булған. 

Алты үҫмер юл фажиғәһенә осраған
Алты үҫмер юл фажиғәһенә осраған

Ике машина бәрелешеп, 17 йәшлек үҫмер һәләк булған, тағы ла бишәүһе – 14 йәшлек өс ҡыҙ, 16 һәм 17 йәштәге малайҙар төрлө йәрәхәттәр алған. “УАЗ” автомобиленең 28 йәшлек водителе зыян күрмәгән.

Республика ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ике транспорт та бер йүнәлештә хәрәкәт иткән. “ВАЗ 2110” автомобиле рулендәге 17 йәшлек үҫмерҙең водитель танытмаһы булмаған, үҙе үк һәләк булған. Атаһының һүҙҙәренсә, ул машинаны рөхсәтһеҙ алып сығып киткән.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, зыян күргән 2008 һәм 2006 йылғы ҡыҙҙарҙың хәле ауыр, 2007 һәм 2008 йылғы ике үҫмер малайҙың хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана.

Юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса тикшереү башланды, уның барышында ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: