Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Март 2023, 13:23

"Таҙарыныу һәм тыйылып тороу айы"

Донъя мосолмандары өсөн изге Рамаҙан айы башланды. Барлыҡ айҙарҙың солтаны һаналған мөбәрәк айҙа ураҙа тотоу фарыз.

"Таҙарыныу һәм тыйылып тороу айы"
"Таҙарыныу һәм тыйылып тороу айы"

Мөхәммәт пәйғәмбәргә Ҡөрьәндең тәүге аяттары Рамаҙан айында, Мәккә ҡалаһы эргәһендәге Хира тауы мәмерйәһендә ултырғанда асылған, тип ышана мосолмандар.

«Таҙарыныу һәм тыйылыу ваҡыты – тәү сиратта яман уйҙарҙан, һүҙҙәрҙән һәм эштәрҙән. Православие динендәгеләр ҙә хәҙер Пасхаға тиклем Бөйөк пост тота. Төрлө халыҡ һәм конфессия вәкилдәре күп быуаттар буйына бер-береһен ихтирам итеп, ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәтләп йәшәй», – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Беҙҙең төрлө дин тотҡан, әммә рухи яҡтан яҡын яугирҙәребеҙ әле Тыуған ил өсөн көрәшә, тип билдәләне республика етәксеһе.

«Беҙҙең бөтә уйҙарыбыҙ – улар хаҡында, улар һәм яҡындары өсөн доғалар ҡылабыҙ. Дин әһелдәре ир-егеттәребеҙҙең хәрби рухын күтәрә. Уларҙың көндәлек рухи батырлығы өсөн айырым рәхмәт. Барығыҙға ла тыныслыҡ һәм изгелек теләйем! Хуш киләһең, Рамаҙан!», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: