Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Март 2023, 16:10

Өҫтәмә ял көнө көтә

Апрелдә Башҡортостан халҡын өҫтәмә ял көнө көтә. 

Өҫтәмә ял көнө көтә
Өҫтәмә ял көнө көтә

Был йома, 21 апрелдә, Ураҙа байрамын билдәләүгә бәйле, тип хәбәр иттеләр республика Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Шулай итеп, өс көн рәттән - 21, 22, 23 апрелдә ял итәбеҙ.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 22 мартта ҡояш байыу менән изге Рамаҙан айы башланды. 21 апрель — Ураҙа ғәйете. Ураҙаны нисек тотоу тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән бында танышырға мөмкин.

Шаршамбы, 28 июндә, республикала йәшәүселәрҙе Ҡорбан байрамына бәйле йәнә бер өҫтәмә ял көнө көтә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: