Дөйөм мәҡәләләр
14 Апреля 2023, 07:11

Талпандар уянды

Быйыл талпандар башҡа йылдарға ҡарағанда иртәрәк уянды.

Талпандар уяндыТалпандар уянды
Талпандар уянды

Апрелдең тәүге көндәрендә табиптарға талпан эләктергән иллеләп кеше мөрәжәғәт иткән, балалар ҙа бар. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда зыян күреүселәр һигеҙ тапҡырға артҡан.

Йыл һайын табиптарға талпан ҡаҙалыуға бәйле 10 меңдән 20 меңгә тиклем кеше мөрәжәғәт итә. Иң ҡурҡынысы – талпандар сәләмәтлеккә ҙур хәүеф менән янаған сирҙәрҙе таратыуы ихтимал. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, талпан тешләгән 100 кешенең унауһында энцефалит осрағы асыҡлана. Сир үҙәк нервы системаһын зарарлай. Бәләкәй генә бөжәк арҡаһында кешене фалиж һуғыуы, ул ғүмерлеккә инвалид булып ҡалыуы, хатта үлеүе бар.

Былтыр табиптар Башҡортостанда талпан энцефалиты йоҡтороуҙың 28 осрағын асыҡланы, был алдағы йылға ҡарағанда 12 осраҡҡа күберәк. Сирләүселәрҙең етәүһе – 17 йәшкә тиклемге балалар. Күңелһеҙ осраҡтар республиканың ун районында теркәлгән. Зыян күреүселәрҙең күбеһе – Белорет районынан. Бында 12 осраҡ теркәлгән. Ҡыйғы, Салауат, Дыуан райондарында – икешәр, Балтаста һәм Ҡариҙелдә берешәр.

Фото: foto-ram.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас