Дөйөм мәҡәләләр
4 Мая 2023, 07:20

Ҡоро һәм эҫе һауа торошо аҙна аҙағынаса һаҡлана

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, Башҡортостанда ҡоро һәм эҫе һауа торошо аҙна аҙағына тиклем һаҡлана. 

Ҡоро һәм эҫе һауа торошо аҙна аҙағынаса һаҡланаҠоро һәм эҫе һауа торошо аҙна аҙағынаса һаҡлана
Ҡоро һәм эҫе һауа торошо аҙна аҙағынаса һаҡлана

Бөгөн, 4 майҙа, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Республиканың төньяҡ өлөшөндә генә бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +21, +26°.

Йома, 5 майҙа, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +9, +14°, урыны менән +3, +8°, көндөҙ+20, +25°.

Шәмбе, 6 майҙа, көндөҙ төньяҡ райондарҙа бер аҙ ямғыр яуыуы мөмкин. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +9, +14°, урыны менән +3, +8°, көндөҙ +20, +25°.

Бынан алдараҡ «Башинформ» 9 май алдынан Башҡортостанда һауа торошоноң ҡапыл боҙолоуы ихтимал тип хәбәр иткәйне.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас