+20 °С
Облачно


Инйәр ауылында көслө янғын теркәлгән: ике ағас йорт, ике һарай, утынлыҡ, трактор, бүрәнә-таҡталы ҡоролма юҡҡа сыҡҡан. Иң аяныслыһы, утты һүндергән саҡта оло йәштәге ике кешенең кәүҙәһе табыла.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 10 майға ҡарата 3852 янғын теркәлгән, шуларҙың 952-һе ҡоро үлән яныуына бйәле, уларҙа 1144,2 гектар майҙан зыян күргән.
Дөйөм алғанда, 12 майға тиклемге булған янғындарҙа – 111 кеше, шул иҫәптән бер бала һәләк булған, шулай уҡ 92 кеше йәрәхәтләнгән.