Дөйөм мәҡәләләр
7 Июнь 2023, 11:48

Урман ебәк күбәләгенән эшкәртелгән

Башҡортостандың Әлшәй, Дәүләкән, Миәкә, Бәләбәй, Федоровка, Баймаҡ һәм Бишбүләк райондарында ебәк күбәләгенә ҡаршы 65 мең гектар урман эшкәртелгән, тип хәбәр итте Республикаға идара итеү үҙәгенән «Сәләм» тапшырыуының тура эфирында Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Урман ебәк күбәләгенән эшкәртелгәнУрман ебәк күбәләгенән эшкәртелгән
Урман ебәк күбәләгенән эшкәртелгән

Парһыҙ ебәк күбәләгенең таралыуы - 10-12 йылға бер тапҡыр теркәлгән тәбиғи процесс, тип билдәләне Марат Шәрәфетдинов. Мәҫәлән, былтыр республика биләмәһендә 655 мең гектарҙа, ә быйыл 397 мең гектар ерҙә сир сығанаҡтары теркәлгән.

Республика урмандарын химик һәм биологик препараттар менән эшкәртергә мөмкин. Бал ҡорттарына һәм башҡа файҙалы бөжәктәргә зыян килтермәҫ өсөн төбәктә биологик ысул файҙаланыла. Эшкәрткәндән һуң белгестәр 7-10 көн урманға бармаҫҡа кәңәш бирә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-06-07/v-bashkirii-ot-neparnogo-shelkopryada-obrabotany-65-tysyach-gektarov-lesa-3290844

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас