-13 °С
Болотло
Улар Боғанаҡ ауылында булғандар. Урындағы халыҡ һөйләүенсә,улар был көндө һуңға тиклем эшләгәндәр. Ҡайһы берҙәре хатта телепроект йондоҙҙары менән фотоға төшөп тә өлгөргән.
"Кисә тапшырыуҙа ҡатнаштым. Процесты күҙәтеүе ҡыҙыҡ булды. Зәңгәр экрандарҙағы кеүек түгел икән, миңә оҡшаны. Төнгә тиклем төшөрҙөләр. Александр Шепс, һиңә фотолар өсөн рәхмәт!", тип яҙған социаль селтәрҙәрендә Белореттан бер ҡатын.
Боғанаҡ ауылында экстрасенстар ниндәй ваҡиғаны төшөргәндер, әлегә билдәһеҙ.