+16 °С
Облачно


Эс китеүе зарарланған ем ашағанлыҡтан килә. Бындай осраҡта ҡошҡа өс көн дауамында иртәнсәк көсһөҙ марганцовка иретмәһен эсерергә һәм мотлаҡ рәүештә емде сифатлыһына алмаштырырға кәрәк. Әгәр ярҙам итмәһә, 10 тауыҡҡа бер таблетка күләмендә левомицетин бирергә була.
Әгәр ҡош-ҡорттоң боғаҙына аҙыҡ тығылһа, ул күгәргән, йүнләп ваҡланмаған, иҙелмәгән аҙыҡ ашаған. Был осраҡта боғаҙына аҙыраҡ үҫемлек майы тамыҙырға һәм яйлап ҡына ыуырға, массаж яһарға кәрәк. Башын аҫҡа эйеп, тығылған аҙыҡты һаҡ ҡына һығып төшөрөргә мөмкин.
Фото: russkie-perepela.ru