Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Июнь 2023, 16:15

Тимер юл буйлап йөрөгән өсөн штрафтың артыуы ихтимал

Дәүләт Думаһы сайтында хәбәр ителеүенсә, депутаттар беренсе уҡыуҙа Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексҡа тимер юл транспортының транспорт инфраструктураһы объекттарында граждандарҙың хәүефһеҙлек кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән үҙгәрештәрҙе ҡабул итте.

Тимер юл буйлап йөрөгән өсөн штрафтың артыуы ихтимал
Тимер юл буйлап йөрөгән өсөн штрафтың артыуы ихтимал

Башланғыс авторҙары фекеренсә, бөгөн ярамаған урындарҙа тимер юл буйлап йөрөгән өсөн 100 һум штраф һалыу имгәнеү кимәлен кәметеү буйынса көтөлгән һөҙөмтәгә килтермәй.

«Башинформ» асыҡлауынса, ошо закон проектына бәйле штрафты ике мең һумға тиклем арттырырға тәҡдим ителә.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-06-14/v-rossii-mogut-vyrasti-shtrafy-za-hozhdenie-po-zheleznodorozhnym-putyam-v-neustanovlennyh-mestah-3299045

 

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас