Дөйөм мәҡәләләр
15 Июня 2023, 12:30

Һауа +28 градусҡаса йылына

Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, ял көндәренә ҡарай республикаға йәйге йылы әйләнеп ҡайта. 

Һауа +28 градусҡаса йылынаҺауа +28 градусҡаса йылына
Һауа +28 градусҡаса йылына

Бөгөн көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, йәшен. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы +20, +25°.

Йома, 16 июндә, көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Яуым-төшөмһөҙ, республиканың көньяғында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +10, +15°, төньяҡ-көнсығышта +5°, көндөҙ +23, +28°.

Шәмбе, 17 июндә, яуым-төшөмһөҙ, республиканың көньяғында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +10, +15°, төньяҡ-көнсығышта +5°, көндөҙ +20, +25°.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас