

«Ведомство әҙерләгән проектҡа ярашлы, ике ял көнөн күсереүгә бәйле апрель аҙағындағы ике эш көнө ял була. Берәүһен 27 апрелдән (шәмбе), ә икенсеһен ноябрь байрамдарынан алырға уйлайҙар», — тиелә материалда.
Шулай итеп, рәсәйҙәрҙе 28 апрелдән 1 майға тиклем дүрт көнлөк байрамдар көтә, ләкин унан алда алты көн рәттән эшләргә тура килә. Яңы йыл каникулдарын ҡыҫҡартмайҙар — рәсәйҙәр 8 ғинуарҙа эшкә сығырға тейеш. 23 февралдә һәм 8 мартта ла өсәр көн ял.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2023 йылдың 28 июнендә республикала мосолмандарҙың төп байрамы — Ҡорбан ғәйете билдәләнә. Быйыл ул шаршамбыға тура килә. Тимәк, шишәмбе, 27 июндә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.