"Төп ролдәрҙең береһен билдәле артист Марина Александрова башҡара. Ул тамашасыға «Азазель», «Екатерина», «Мосгаз» фильмдары аша яҡшы таныш. Эш араһында билдәле актриса Бәләкәй Кирәл тауына менгән. Был хаҡта ул үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә”, - тип яҙҙы район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта.
Ысынлап та, Марина Александрова 7 июндән Башҡортостанда икән. Көн һайын ул үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә матур-матур фотолар һәм видеолар һала, тәбиғәттең хозурлығына һоҡланыуын йәшермәй: «Башҡортостан һоҡланғыс һәм ғәжәйеп матур», — тип яҙған актриса.
Был һүҙҙәрҙе ҡеүәтләп, быйыл үҙегеҙ булған иң матур урындарҙың фотоларын һалығыҙ, дуҫтар!
Фотолар актрисаның социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды: https://vk.com/marinaaleksandrova