Дөйөм мәҡәләләр
3 Июль 2023, 09:08

Айыу һөжүм иткән

Быйыл тайыштабандар үҙҙәрен бигерәк ҡырыҫ тота.

Айыу һөжүм иткәнАйыу һөжүм иткән
Айыу һөжүм иткән

Ишембай районының Скворчиха ауылы эргәһендә айыуҙың бер ирҙе ныҡ йәрәхәтләүе тураһында хәбәрҙар инек. Ошондай уҡ хәл беҙҙә лә теркәлде.

Мәғлүм булыуынса, хәл Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы янында булған. Ат эҙләп йөрөгән көтөүсе айыуға барып сыҡҡан. Урман хужаһы көтөүсене күргәс, урманға ҡасырға ашыҡмай, ә уға табан килә. Көтөүсе саҡ ҡасып ҡотола. Айыу уны бер аҙ эҙәрлекләп барғас, ауылға етәрәк урманға инеп юғала.

Ауыл халҡына хәүеф тыуҙырған айыуҙы, ауланған айыуҙар һанын көйләү маҡсатында ойошторолған һунар сиктәрендә, атып алғандар. Ул ата айыу булып сыға, яҡынса дүрт-биш йәштәр тирәһендә, ауырлығы 120 килограмм самаһы.

Әлбиттә, бындай күренештәр урманға барған, еләк-емешкә йөрөгән кешеләргә хәүеф янауы тураһында иҫкәртеү сигналы булып тора.

Фото: mir24.tv

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас