Дөйөм мәҡәләләр
5 Июля 2023, 10:08

Шәхси хужалыҡ биләмәһендә көслө янғын сыҡҡан

5 июлдә төнгө сәғәт 3-тәр тирәһендә Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Белорет районының Аҙналы ауылындағы шәхси хужалыҡ биләмәһендә көслө янғын сығыуы тураһында хәбәр килә.

Шәхси хужалыҡ биләмәһендә көслө янғын сыҡҡанШәхси хужалыҡ биләмәһендә көслө янғын сыҡҡан
Шәхси хужалыҡ биләмәһендә көслө янғын сыҡҡан

«Таңғы 5-се 5 минутҡа мунса, гараж, һарай, утынлыҡ һәм шлакоблок өйҙө ялмап алған ут тулыһынса һүндерелгән, ҡорбандар юҡ», - тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе янғын сәбәптәрен тикшерә.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-07-05/v-bashkirii-na-territorii-lichnogo-hozyaystva-proizoshel-silnyy-pozhar-mchs-provodit-rassledovanie-3327746

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас