Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Июль 2023, 16:30

Хәүефле һауа торошо фаразлана

Башҡортостанда хәүефле һауа торошо фаразлана: республиканың төньяҡ райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә. 

Хәүефле һауа торошо фаразлана
Хәүефле һауа торошо фаразлана

Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, алдағы тәүлектә аҙ болотло һауа торошо көтөлә. Яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге төндә секундына 1-6 метр, көндөҙ 5-10 метр. Һауа температураһы төндә +15, +20, көнсығышта +10, көндөҙ +28, +33.

Өфөлә лә яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан төндә тиҙлеге секундына 1-6 метр, көндөҙ 5-10 метр. Һауа температураһы төндә +15,+17,  ҡала үҙәгендә +20, көндөҙ +30,+32.

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас