Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Июль 2023, 15:39

Ҡотҡарыусылар ашығыс хәбәр еткерә

Бөгөн көндөҙ республикала урыны менән елдең секундына 23-28 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә, тип иҫкәрттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында.

Ҡотҡарыусылар ашығыс хәбәр еткерә
Ҡотҡарыусылар ашығыс хәбәр еткерә

10 июлдә Өфөлә киске сәғәт 6 тула 15 минуттан 8-гә тиклем 85 ағас ҡолаған. Киров районынан тыш, баш ҡаланың бөтә райондарында ла ошондай хәл күҙәтелде, тип хәбәр иттеләр ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығынан.

Һауа торошоноң боҙолоуы сәбәпле 12 автомобиль механик зыян күргән; 30 осраҡта ағастар электр тапшырыу линияһына ҡолаған. Кешеләр ҡазаланмаған. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-11/spasateli-obratilis-k-zhitelyam-bashkirii-s-ekstrennym-soobscheniem-3335251

 

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас