Дөйөм мәҡәләләр
12 Июля 2023, 09:43

Аномаль эҫелек һүрелә

Башҡортостанда эҫелек әкренләп һүрелә. Башгидромет фаразы буйынса, бөгөн, 12 июлдә, көндөҙ +25, +30 градус була.

Аномаль эҫелек һүреләАномаль эҫелек һүрелә
Аномаль эҫелек һүрелә

Урыны менән ямғыр, ҡойма ямғыр һәм йәшен көтөлә, елдең ныҡ көсәйеүе ихтимал.

Кесаҙна, 13 июлдә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Һауа +22, +27 градусҡаса йылына. Урыны менән йәнә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен һәм боҙ-борсаҡ. Ел урыны менән көсәйеүсән.

Йома, 14 июлдә, йәнә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Елдең көсәйеүе фаразлана. Һауа температураһы көндөҙ +19, +24 градусҡа тиклем йылына.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, республикала 10 июль күҙәтеүҙәр тарихында иң эҫе көн булған. Өфө-Дим аэрология станцияһында һауа температураһы +39,4° тәшкил иткән  (2020 йылда иһә +35,0°).

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас