

Ике быуын Крупновтарға хыянат һәм ялғанлыҡ аша үтергә тура килә. Яҡындарын яҡларға һәм, ниһайәт, тыуған йорт һәм ысын ғаиләле булыу бәхете тейә...
Былтыр беҙҙә “Рәсәй 1” телеканалы заказы буйынса “Бәхет тауҙар артында түгел” (“Счастье не за горами”) сериалын төшөрөлдө.
Ижади төркөм Белорет районында йәйен ике айға тиклем эшләне. Фильмды Кирәл тауы, Ҡолсоғаҙыташ, Абҙаҡ ҡаялары, шулай уҡ Учалы районының Уралтауҙағы ҡая лабораторияһында һәм башҡа урындарҙа төшөрҙөләр.
Александр Самойленко, Евгений Сидихин, Александр Голубев, Зоя Бербер, Алена Коломина, Анна Котова-Дерябина, Анна Якунина, Дарья Повереннова, Валентин Смирнитский, Мария Ахметзянова, Игорь Огурцов, Роман Богданов кеүек билдәле артистар менән бергә массовкаларҙа Иҙел башы халҡы ла уйнаны.
“Бәхет тауҙар артында түгел” фильмын бөгөн 21.20 сәғәттә “Рәсәй 1”каналында күрһәтә башлаясаҡтар.
Ғөмүмән, Белорет районы - кино төшөрөүселәрҙең яратҡан урынына әйләнде тиергә мәмкин. Быйыл тағы ла бер сериал “Эпиүҙәк. Нүл нөктәһе” (". Эпицентр.Точка ноль") фильмын төшөрҙөләр.