-3 °С
Болотло
Тәмле былауҙан ауыҙ итергә теләүселәр күп булды. Былау менән күмәстән, сәйҙән тыш, балалар өсөн татлы ризыҡ – шәкәрле “мамыҡ” та тәҡдим ителде. Шулай уҡ шарҙар ҙа таратылды. Һәм былар барыһы ла бушлай ине. Ярты сәғәттән һуң суйын ҡаҙан да бушап ҡалды. Һый-хөрмәт барыһына ла оҡшаны. Былау бер тапҡыр ҡулланылыусы һауыт-һабала таратылды, үҙҙәре менән алырға теләүселәргә контейнерҙар бирелде.
Белорет районы һәм ҡалаһы мосолмандары мөхтәсибәте һәр йома, яҡынса 15.00-15.30 сәғәттә, ошондай хәйриә акцияһын ойошторасаҡ.
Тәүге акция уңышлы үтте. Рәхим итегеҙ!