+17 °С
Облачно


«Башнефть» автозаправкалау станцияларында яғыулыҡ хаҡы, маркаһына ҡарап, 20 һәм 50 тингә артҡан. АИ-100 маркалы бензиндың бер литры – 61,15 һум, АИ-95 – 51,15 һум, АИ-92 47,95 һум тора. «Лукойл» яғыулыҡ ҡойоу станцияларында ла күтәрелгән.
Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан белдереүҙәренсә, бензинға хаҡтың күтәрелеүенә биржа хаҡтарының артыуы сәбәпсе.
Фото: авто-эксперт-крым.рф