Марафон мәлендә 19 йәшлек спортсы ҡыҙ һәләк булған. Был туралағы мәғлүмәтте Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте раҫлаған.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, йүгереүҙәрҙең береһендә Викторияға ҡыйын була. Янда булған “ашығыс ярҙам” табиптары һәм ҡотҡарыусылар уға беренсе медицина ярҙамы күрһәтеп ҡарай, тик ҡотҡара алмайҙар. Быға тиклем ҡыҙ күп тапҡырҙар бындай ярыштарҙа ҡатнашҡаны булған. Ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, ул астма менән сирләгән, тик ойоштороусыларға был турала әйтмәгән.
– Беҙ бик ҡайғырабыҙ һәм Викторияны белгән һәр кеше менән ҡайғы уртаҡлашабыҙ. Был юғалтыуҙың ни тиклем ауыр икәнлеген һүҙ менән генә аңлатып булмай, – тип яҙҙы ойоштороусылар.
Фото: "Моя Уфа" порталы.