Дөйөм мәҡәләләр
14 Августа 2023, 11:50

Тамырҙарҙы нығыта, ауырыуҙы “ҡорота”

Ашҡаҙан аҫты биҙе, шәкәр диабеты ауырыуҙарын профилактикалау, нервы системаһын һәм тамырҙарҙы нығытыу өсөн бәрхәт сәскәһе (бархатцы) менән яһалған төнәтмәләрҙе ҡулланырға була.

Тамырҙарҙы нығыта, ауырыуҙы “ҡорота”Тамырҙарҙы нығыта, ауырыуҙы “ҡорота”
Тамырҙарҙы нығыта, ауырыуҙы “ҡорота”

Сәскәне орлоғо менән ваҡлап,  өҫтөнә бер стакан ҡайнар һыу һалырға һәм көн дауамында 3-4 тапҡыр ¼ стакан эсергә кәрәк.  Панкреатит ваҡытында һәр 1-2 сәғәт һайын 1 аш ҡалағы эсергә лә була.

Ала ауырыуы (витилиго),  нейродермит, псориаз һәм күҙҙең  күреү һәләте насарайһа, сәс ҡойолһа - 8 сәскәгә дүрт стакан ҡайнар һыу һалырға һәм һәм талғын утта  5-7 минут ҡайнатырҡа кәрәк.  Төнәтмәне ай дауамында көнөнә  3 тапкыр 1/3 стакан эсергә тәҡдим ителә.

P.S. Алдан табип менән кәңәшләшеү талап ителә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас