-17 °С
Ҡар
Билдәле булыуынса, 60 йәштән алып 85 йәшкә тиклемге пенсионерҙар Лаҡлы ауылында йәшәгән 75 йәшлек туғанына ҡунаҡҡа барған һәм бәшмәк йыйырға урманға юлланған.
Пенсионерҙар бөтә йыйған «табыш»ты бешереп ашамаҡсы булған. Әммә табындан барыһының да хәле насарайған. Уларҙы Малаяҙ район үҙәк дауаханаһына оҙатҡандар. «Билдәһеҙ бәшмәк менән ағыуланыу» диагнозы ҡуйылған. Кисә уларҙың икәүһен сығарғандар. Барыһының да хәле тотороҡло», – тип хәбәр итәләр «Башинформ»ға ведомствонан.