-13 °С
Болотло
Авария Өфө–Белорет трассаһының 145-се саҡрымында, Рәүәт янында, була. Урынға шунда уҡ янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар йүнәлтелә. Улар килеп еткәс, ут менән ялмап алынған ағаслы прицепты күрә.
Янғын һүндереүселәр шунда уҡ эшкә тотона һәм утты һүндереүгә өлгәшә. Бәхеткә, һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ.
– Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! – тип иҫкәртәләр водителдәрҙе республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.