Дөйөм мәҡәләләр
4 Сентября 2023, 05:57

Бөгөн - йылы һәм ҡояшлы

Башҡортостанда бөгөн көндөҙ +21 градусҡаса йылыта, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Бөгөн - йылы һәм ҡояшлыБөгөн - йылы һәм ҡояшлы
Бөгөн - йылы һәм ҡояшлы

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 4 сентябрҙә республикала көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 5-10 метр. Һауа температураһы көндөҙ +16 +21градус.

Иртән юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында томан төшә.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, алдағы көндәрҙә Башҡортостанда +23 градусҡаса йылыта.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас