

Ҡотҡарыусылар Яланғас тауында юғалған туристы эҙләйҙәр. Рус географик йәмғиәте ойошторған марафонда ҡатнашыусы булараҡ, ул тауға менгән һәм билдәләнгән ваҡытҡа әйләнеп ҡайтмаған. Ҡатыны ашығыс хеҙмәттәргә мөрәжәғәт иткән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идараһы матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, уның машинаһы "Малиновая" базаһында табылған.
Кисә ҡараңғы төшөү менән эҙләүҙәр туҡтатылды һәм бөгөн урынға "КА-32" янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолёты килде. Эҙләү ирекмәндәр йәлеп итеп яңынан башланды.