Дөйөм мәҡәләләр
8 Сентября 2023, 09:36

Үлемесле юл фажиғәһенең сәбәптәре асыҡлана

Полиция хеҙмәткәрҙәре Белорет районында теркәлгән үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлай.

Үлемесле юл фажиғәһенең сәбәптәре асыҡланаҮлемесле юл фажиғәһенең сәбәптәре асыҡлана
Үлемесле юл фажиғәһенең сәбәптәре асыҡлана

Бөгөн иртәнге сәғәт 11 тирәһендә Өфө-Инйәр-Белорет юлының 112-се саҡрымында «Лада Гранта» менән «Рено Меган» бәрелешкән.

«Лада» водителе алған йәрәхәттәрҙән ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы килеп еткәнсе йән биргән.

Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана, тип хәбәр иттеләр республика ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-09-08/v-beloretskom-rayone-bashkirii-vyyasnyayut-obstoyatelstva-smertelnogo-dtp-3425326

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас