0 °С
Ясно


Ә бына тәжрибәле баҡсасылар көҙөн ерҙе ҡаҙып ҡалдырыуҙың уңай яҡтарын билдәләй. Бигерәк тә ҡаты, ауыр балсығлы ерҙең структураһын еңеләйтеү, ҙауа менән байытыу өсөн әлеге эште башҡарырға кәрәк, тиҙәр. Өҫтәүенә, ерҙе ҡаҙып әйләндергәндә, балсыҡ аҫтында ҡышлаусы ҡоротҡостар өҫкә сыға һәм һалҡында туңып юҡҡа сыға. Тик бының өсөн тәрән итеп ҡаҙырға һәм ер киҫәген ваҡламаҫҡа кәрәк. Шулай иткәндә, кҡр тотоу өсөн уңай шартлар тыуа, ә ҡар күп булғанда, ер яҡшы итеп дым туплай.
Фото: vasha-teplitsa.ru