

Һарымһаҡты помидор, ҡыяр үҫкән урынға ултыртһағыҙ, уңышлы була.
Шулай уҡ, кәбеҫтә, ташҡабак, ҡабаҡ кеүек йәшелсәләрҙән һуң да тупраҡ органик матдәләргә байый һәм унда һарымһаҡ яҡшы үҫәсәк.
Ә бына һуған менән картуф үҫкән ергә ултыртырға кәңәш ителмәй, сөнки улар һарымһаҡҡа ауырыу эйәртергә мөмкин.
Тиреҫ керетелгән урынға ла һарымһаҡ ултыртмау хәйерле. Йәшелсәлә бәшмәк ауырыуҙары барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Һарымһаҡ орлоғона килһәк, уны йәшелсәнең уғынан (бүлбеһенән) яһау яҡшыраҡ.
Беренсенән, орлоҡ тупраҡҡа "ҡағылмай", шуға ла ауырыуҙар булырға мөмкин тип борсолаһы юҡ.
Икенсенән, орлоҡ йәшәрә. 4-5 йыл эсендә һарымһаҡта ауырыуҙар туплана. Ә бүлбеләр, сәскә урынында барлыҡҡа килгәнлектән, яңы була.
Бындай орлоҡ араһын 20 см, рәт араларын 3-4 см ҡалдырып, 2-3 см тәрәнлектә ултырталар.
Бер йыл эсендә орлоҡ ултыртыу өсөн яраҡлы материал булып өлгөрә.
Фото: pro100ogorod.ru